+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
9 Марта 2022, 10:35

Бергә күңелле!

 

Ҡустым менән икәүләп

Яратабыҙ уйнарға.

Ваҡыт үткәне һиҙелмәй

Ул янымда булғанда.

 

Йәшенмәк уйнай башлаһаҡ,

Эҙләп табырмын тимә!

Үҙе шаян, үҙе етеҙ,

Бигерәк оҫта йәшенә!

 

Тышҡа сыҡһаҡ, гөр килешеп

Ҡарҙа аунап уйнайбыҙ.

Бит остары алланһа ла,

Инергә уйламайбыҙ.

 

Берҙән-бер генә ҡустымды

Яратмау мөмкин түгел.

Бергә ваҡыт үткәреүҙән

Бәхеткә тула күңел.

Әлфинә МОСТАФИНА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=%D1

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас