+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
10 Март 2022, 04:35

Ғүмерҙең өс миҙгеле

 

Ғүмер өс миҙгелдән тора:

Беренсеһе – бала саҡ.

Тәүге тәпәй баҫҡан мәлең

Гелән иҫтә ҡаласаҡ.

 

Икенсеһе – гүзәл йәшлек,

Тәү тапҡыр ғашиҡ булыу.

Һөйгәнең менән парлашып,

Матур ғаилә ҡороу.

 

Өсөнсө миҙгеле – ҡартлыҡ,

Сәстәреңә сал төшкән.

Балаң хөрмәтен татыйһың,

Ейәндәр үҫеп еткән.

Лениза ИСХАҠОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=%2Fi

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас