+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
11 Март 2022, 04:30

Әүрәмә алтынға

 

Кеше йәшәй ғүмер буйы зарланып,

Донъя ҡыуып, байлыҡ өсөн алданып.

Байлыҡ – ожмах, тип ҡоторта шайтандар,

Ундайҙарға һарай һымаҡ йорттар ҙа тар.

 

Һаулығын да уйлап бирмәй, аҡса эшләй,

Ғүмеренең үткәнен дә ул бит һиҙмәй.

Тыуған ерен хатта әҙер ул һатырға,

Шулай була, әүрәһәң һин алтынға...

Лениза ИСХАҠОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас