+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
24 Марта 2022, 07:20

Яҙ килде!

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янындағы "Игебай мәктәбе" балалар ижади клубына йөрөүсе Ишбирҙе мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Ынйы Яныбаеваның "Яҙ килде!" шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Етәксеһе – Айгөл Иҙелбаева.    

 

Килер беҙгә яҙ айҙары

Ҡайтыр әле ҡыр ҡаҙҙары,

Килеп етер йылы көндәр,

Ҡайтып китер ҡыш айҙары.

  

Гөрләүектәр ағыр гөрләп,

Тау шишмәһе сығыр шаулап.

Тал сыбығы күҙен асыр.

Күгәрсендәй гөр-гөр йырлап.

  

Морон төртөр умырзая.

Ғүмерҙәре үтмәҫ зая.

Көтөп алған яҙ айҙары

Ҡыуандырыр бар донъяны!

  

 Фото: infourok.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас