+7 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
26 Апреля 2022, 06:55

Умырзаялар ҡалҡты

 

Яҙ етеүенә ҡыуанып,

Һыу боҙҙо ярып аҡты.

Тирә-яҡҡа сафлыҡ бөркөп,

Умырзаялар ҡалҡты.

 

Зәңгәр күктә ҡояш көлөп,

Бар донъябыҙҙы нурлай.

Балалар гөрләүектәрҙә

Кәмә ағыҙып уйнай.

Инзилә Исмәғилева, V синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Фото: https://artpostergallery

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас