+30 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
27 Апреля 2022, 05:50

Ҡояш та ихлас көлә

 

Яҙҙар еткәс, бик күңелле!

Ығы-зығы бар ерҙә:

Тирә-яҡты таҙарталар,

Өмәләр гөрләй генә!

 

Ялан-ҡырҙар йәшелләнә,

Ҡоштар бала сығара.

Барыһы эш менән мәшғүл,

Бар тереклек уяна.

 

Баҡсала ла эш етерлек,

Ҡаҙы, тырмат, сәс кенә!

Күңелдәргә дәрттәр һалып,

Ҡояш та ихлас көлә!

 

Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.

Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Фото: https://kartinkin.net/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас