-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
3 Июнь 2022, 13:25

Һаумы, йәй!

 

Уҡыу йылы тамамлана,

Артта ҡалды дәрестәр.

Донъяға хуш еҫ тарала,

Көтә бит йәмле мәлдәр!

 

Хуш киләһең, йәй миҙгеле,

Шатлыҡ, бәхеттәр тағып!

Йәйҙең тәүге көнөнән үк

Байрам кәйефен алып.

 

Ҡояш уянған да инде,

Йылмайып, наҙлап ҡарай.

Балаларҙы яҡлау көнөн,

Әйтерһең, ул да аңлай.

 

Дуҫтарым, һеҙгә өндәшәм!

Йәшәү ҡәҙерен беләйек!

Туғандар менән йәнәшә

Дуҫ һәм берҙәм йәшәйек!

Самира ТУЛЕНКОВА.
Миәкә районы, Садовый мәктәбе.

Фото: mycdn.me

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: