+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
17 Июль 2022, 15:20

Мин үҙем бүләк

Мин үҙем бүләк
Мин үҙем бүләк

 

Ҡояш ғүмере теләйем

Мин һиңә, әсәкәйем.

Хоҙайымдан һаулыҡ һорап,

Бәхет юрап йәшәйем.

 

Һинең наҙлы һүҙҙәреңдән

Иреп китә күңелем.

Бар донъяны сорнар төҫлө

Миңә булған һөйөүең.

 

Әгәр, әсәй, һин теләһәң,

Ай, Ҡояш бүләк итәм.

Юҡ кәрәкмәй, мин бит үҙем

Ҙур бүләк һиңә күптән.

 

Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Фото: funart.pro

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: