+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
31 Июль 2022, 09:35

Балыҡта

 

Йәйге иртә. Ҡармаҡ, күнәк,

Кәрәк-яраҡтар алып,

Ҡоштар моңон тыңлай-тыңлай,

Киттем тоторға балыҡ.

Бына йылға. Ҡармағыма

Кейҙереп иң яҡшы ем,

Һыу өҫтөнән керпек ҡаҡмай

Ҡалҡауысты күҙләйем.

Алабуға һәм сабаҡтар

Бигерәк күп эләкте.

Оптолары ла юҡ түгел –

Тултыра яҙҙым күнәкте.

Ҡояш һүлпәнәйҙе инде,

Туҡтаны һайрар ҡоштар.

Мин дә өйөмә юл тоттом,

Тотоп бик күп балыҡтар.

Айҙар ТОЛОМҒУЖИН.
Бөрйән районы, Үрге Нөгөш ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: