+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
30 Августа 2022, 05:25

Телем

Телем, тиеп һүҙ әйтһәм,

Мин кем булам?

Телем, тиһәм, мин, ҡурайҙай,

Моңға тулам.

 

Телгенәйем әсәй кеүек,

Әсәй берәү.

Әсәйҙәр бит был донъяла

Беҙгә терәү.

 

Әсәйемдең  теле бит ул - 

Күңел теле.

Ошо телгә һыя минең 

Йөрәк сере.

 

Әсәй хаҡы - тәңре хаҡы,

Телем хаҡы.

Телем, тиһәм генә минең

Донъям яҡты.

 

Эльвина СЕМЁНОВА.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас