+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
31 Август 2022, 09:50

Ҡояшлы йәй

Ҡояшлы йәй
Ҡояшлы йәй

  

Йәй миҙгелен яратамын

Шундай рәхәт, күңелле!

Болондар, ҡырҙар, туғайҙар

Гөл-сәскәгә күмелде.

 

Яландарға хуш еҫ бөркөп

Таралған бесән еҫе.

Еләк йыябыҙ урманда,

Түҙеп торғоһоҙ эҫе.

 

Гөр итәбеҙ йылға буйын,

Һыу инеүҙәре рәхәт.

Ҡояшлы йәй – үҙе шифа,

Йәнгә – ял, тәнгә – сихәт.

 

Ҡаҙ бәпкәле, еләкле йәй

Тиҙ генә елеп үтә.

Ял итеп ҡалырға кәрәк,

Тиҙҙән уҡыуҙар етә.

 

Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: