+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
25 Октябрь 2022, 12:10

Ғорур төйәгем

 

Башҡортостан – тыуған ерем,

Шундай ғорур төйәгем.

Ошо ерҙә тыуғанмын мин,

Белем алам, үҫәмен.

 

Башҡортостан – бай тәбиғәт,

Ҡуйы матур урмандар,

Мәғрур тауҙар, сал ҡаялар,

Йылға-күлдәр, болондар.

 

Башҡортостан – дуҫлыҡ иле,

Күпме халыҡ үҙ иткән.

Бәхет тыуған ерҙә генә,

Сит яҡтарҙы үҙ итмәм!

Ислам ҒӘЛИУЛЛИН, IV синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: