+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
4 Ноябрь 2022, 15:10

Башҡортостан йәшәһен

 

Башҡортостан – минең Тыуған илем,

Алтын, көмөш менән тулған ерем.

Күп милләттәр йәшәй шатланышып,

Унан ҡеүәт, көс һәм дәрттәр алып.

 

Һиңә тиңдәр юҡ бит, республикам,

Йылға, күлдәр, тауҙар, ҡаялар...

Сит ерҙәрҙән килгән кешеләр ҙә

Һиңә ҡарап хайран ҡалалар.

 

Һине бөйөк, данлы, ныҡлы итә

Батыр, көслө, рухлы улдарың.

Һине хисле, нәзәкәтле итә

Гөл-сәскәләй сибәр ҡыҙҙарың.

 

Сәскә ат һин, гүзәл республикам,

Киләсәгең – ныҡлы ҡулдарҙа.

Үткәнеңде яҡлап, бөгөнөңдө һаҡлап,

Беҙ барырбыҙ изге юлдарҙан!

 

Вилдан ШӘМСЕТДИНОВ.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Фото: uploads

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: