+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
9 Ноябрь 2022, 16:30

Илһөйәрлек ҡайҙан килә?

Илһөйәрлек ҡайҙан килә, тиеп

 

Илһөйәрлек ҡайҙан килә, тиеп

Атайымдан бер саҡ һораным.

Уйҙарына сумып тора биргәс,

Мут йылмайып миңә ҡараны.

Ҡараны ла үҙе ипләп кенә:

– Ултыр әле, – тиеп ымланы.

–Бына, ҡыҙым, һин бит мине,

Әсәйеңде, бөтә туғаныңды

Ысын йөрәгеңдән һөйәһең,

Өйҙә, мәктәп, ауылыңда булған

 Һәр бер ваҡиғаға көйәһең.

Уҡытыусың, синыфташтарың да

Күңелеңдә һәр саҡ, юйылмай.

Бала сағың, барса дуҫ-иштәрең 

Йөрәк төпкөлөнөң һандығында

Һаҡланалар гелән, юғалмай.

Ә һин, атай, илһөйәрлек беҙгә

Ҡайҙан килә, тиеп һорайһың.

Атай-әсәйеңде, туғандарҙы,

Дуҫ-иштәрҙе, тыуған йортоңдо

Әгәр ысын күңелеңдән һөйһәң,

Йөрәгеңде биреп яратһаң, 

Тыуған илкәйеңде бер ҡасан да

Сит-яттарға, ҡыҙым, һатмаҫһың.

Бәлә килгән саҡтарҙа ла, ташлап,

Сит яҡтарға сығып ҡасмаҫһың.

Бына ошо инде илһөйәрлек,

Ошо була илде яратыу.

Тыуған ерем, тиеп көйәләнеү,

Туған халҡың өсөн йән атыу.

Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Фото: info

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: