+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
14 Ноябрь 2022, 14:30

Еңеү менән ҡайтырҙар

 

Илде һаҡлап яуға китте

Ҡыйыу, батыр егеттәр.

Яуызлыҡҡа ҡаршы бара,

Әйтерһең дә, бөркөттәр.

Күктәребеҙ аяҙ ине,

Күңелдәр тыныс ине.

Дошман беҙгә янаны,

Түҙер әмәл ҡалманы.

Беҙҙе һаҡлай егеттәр,

Әйтерһең дә, бөркөттәр.

Беҙҙе һаҡлай атайҙар,

Еңеү менән ҡайтырҙар.

Көн артынан көн үтә,

Уларҙы һағынып көтә

Бөтә туған, балалар...

Күңелдәрҙә – яралар.

Һәр кемдең күңелендә

Бер генә уй, бер генә.

Имен булһын донъялар,

Тыныс атһын ал таңдар!

Алһыу МӨХӘМӘТДИНОВА, X «Д» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Фото: mtdata.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: