+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
1 Декабрь 2022, 11:50

Һүҙ — Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыларына

Һүҙ — Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыларына
Һүҙ — Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыларына

Аҫылдарҙың аҫылы

Әсәй миңә ғүмер биргән,

Һөйөп-наҙлап үҫтергән.

Тәүге тәпәй киткәнемде,

Тәүге һүҙҙәр әйткәнемде

Ул иң беренсе күргән.


Матурҙарҙың матуры ул,

Аҫылдарҙың аҫылы.

Әсәкәйем, һин аңлаттың

Миңә тормош асылын.


Данил ӘЛИМБӘКОВ.


Һөйөп уята

Әсәй беҙҙе ярата,

Иртән һөйөп уята:

– Тороғоҙ, бәпәйҙәрем,

Әҙер тәмле сәйҙәрем!


Милена КОЗОРЕЗ.


Ҡояш кеүек

Беҙҙең әсәй ҡояш кеүек

Йылы нурҙар тарата.

Үҙе бер ҙә ялҡау түгел,

Бөтә эште ярата.


Розалина МӨХӘМӘТШИНА.


Өйөбөҙҙөң йәме

Рәхмәт һиңә, әсәкәйем,

Аштарың һәр саҡ тәмле.

Яратаһың, иркәләйһең,

Һин – өйөбөҙҙөң йәме.


Ильяс МӨХӘМӘҘЙӘРОВ.


Уңған булырға өндәй

Әсәйем икмәк бешерә,

Матур гөлдәр үҫтерә.

Һис тә тик тора белмәй,

Уңған булырға өндәй.


Самат ҺАТЛЫҠОВ.

Ғүмеркәйең оҙон булһын

Әсәкәйем, берҙән-берем,

Минең таяныр кешем.

Яндарымда һин булғанға

Уң булып тора эшем.

Әсәкәйем, рәхмәт һиңә

Ғүмер бүләк иткәнгә,

Ҡулдарыңдың наҙын тойоп,

Иркәләнеп үҫкәнгә.

Әсәкәйем, ҡояшҡайым,

Ғәзизем һин, терәгем.

Ғүмеркәйең оҙон булһын –

Ошо иң ҙур теләгем.

Ислам ҒӘЛИУЛЛИН.


Иң ғәзиз кешем

Әсәкәйем, ҡәҙерлем,

Берҙән-берем, күҙ нурым.

Һин бит иң ғәзиз кешем,

Түрҙән булһын урының.

Әсәйҙәр берәү генә,

Беләйек ҡәҙерҙәрен.

Мәңге йәшәһендәр, тиеп

Теләйек ғүмерҙәрен.

Риана ТӘМИНДӘРОВА,
IV синыф уҡыусылары.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы.

Фото: fondholyland.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: