+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
8 Декабрь 2022, 13:05

Ҡуян йылына

"Йәншишмә"нең элекке йәш хәбәрсеһе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Ринат Сөләймәнов яңы шиғырҙары менән ҡыуандырып ҡына тора. Был шиғырын Яңы йыл байрамында Ҡыш бабайға һөйләп ишеттерергә мөмкин. Уҡып ҡарағыҙ әле.

Ҡуян йылына
Ҡуян йылына

Ҡуян йылына

Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян,
Яңы йылдың хужаһы.
Кәрәк ине һинең менән
Йылды ҡыйыу уҙаһы.

Ҡуян йылы килһә лә,
Батырлыҡҡа мул булһын.
Өркәклекте тамырынан
Ҡоротоусы йыл булһын.

Ҡатҡан бәғерҙәребеҙ
Китһен бер аҙ йомшарып.
Ҡурҡмай, тыныс йәшәһен
Һәр ил, бөтөн Ер шары.

Тормош һынауҙарына
Төшмәйексе ҡойолоп.
Бар теләктәргә өҫтәп,
Мин теләйем ҡыйыулыҡ.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:
Читайте нас: