Зәңгәр күктән ҡояш ерҙе
Иркәләтә, йылыта.
«Аҡыллым, батырым!» – тиеп
Әсәй мине ярата.
Ҡояш, әсәй – икеһе лә
Донъяла берәү генә!
Минең өсөн иң ҡәҙерле,
Әсәйем, тик һин генә.
Рәмзил ХӘМЗИН,II синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,Таштуй ауылы.