+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
17 Декабрь 2022, 10:40

Өс таған

Ғаиләлә беҙ өс малай,

Әсәй әйтә: «Өс таған!»

Мин – өлкәне, һәр яҡтан да

Атайҙан өлгө алам.

 

Атай-әсәй өйҙә юҡта

Ҡустыларға мин терәк.

Ағай булыу еңел түгел,

Ҡыйыу булырға кәрәк!

Ғаяз ХӘМЗИН, V синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Таштуй ауылы.

Фото: infopro54.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас