+17 °С
Дождь
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
8 Января 2023, 04:55

Аҡ юрған ябып ҡуйған

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,

Аҡ юрған ябып ҡуйғанАҡ юрған ябып ҡуйған
Аҡ юрған ябып ҡуйған

Ер өҫтө ап-аҡ булған.

Ҡыш бабай ер йоҡлаһын тип,

Аҡ юрған ябып ҡуйған.

 

Ана бит тәҙрәләргә лә

Серле һүрәт төшөргән.

Бер төн эсендә Ҡыш бабай

Нисек тиһең өлгөргән?!

 

Ҡышын елбәҙәкләп кенә

Яуған ҡарҙы яратам.

Усыма килеп ҡунһалар,

Елгә өрөп таратам.

Әмирхан РӘХМӘТУЛЛИН.

Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

 

Фото: goodfon.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас