Донъяла иң яҡын кеше –
Ул бит минең әсәйем.
Уның кеүек изге, тырыш
Булырға мин теләйем.
Әсәйемдең ҡулы алтын,
Тәмле аштар бешерә,
Оҫта итеп тегә, бәйләй,
Матур гөлдәр үҫтерә.
Сәскәләрҙе ныҡ ярата,
Исеме лә бит Гөлдәр!
Әсәйемдең баҡсаһына
Һоҡланмай икән кемдәр?!
Айнагөл ХАФИЗОВА.