-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
7 Февраль 2023, 14:20

Һүҙ – Бөрйән районы Яуымбай мәктәбе уҡыусыларына

Әсәкәйем ҡояш кеүек,

Һүҙ – Бөрйән районы Яуымбай мәктәбе уҡыусыларына
Һүҙ – Бөрйән районы Яуымбай мәктәбе уҡыусыларына

Әсәкәйем ҡояш кеүек,
Һөйөү нуры тарата.
Ҡустымды ла, мине лә
Берҙәй тигеҙ ярата.

Мансур Шәрипов.

***
Әсәйем, һин – иң матуры,
Ҡояштай яҡты йөҙөң.
Иркәләнеп кенә үҫә
Һинең бәләкәй ҡыҙың.

Әҙилә Ғәбделхәева.

***
Үҫтем инде хәҙер мин дә,
Ҙур ярҙамсымын өйҙә.
Гел изге эштәр ҡылырмын,
Ҡайғыртмам һине бер ҙә.

Рәдиф Исмәғилев,
II синыф уҡыусылары.

***
Әсәйем эштә саҡта
Ваҡыт бик оҙаҡ үтә.
Ҡасан ҡайта инде, тиеп
Арыйым көтә-көтә.

Илһам Муллағолов.

***
Балҡып тора донъябыҙ
Әсәй өйҙә булғанда.
Мәңге йәшә, әсәйем,
Бәхетле беҙ яныңда.

Розалина Аҙанғолова.


***
Мәктәптән ҡайтыуыбыҙҙы
Әсәйем көтөп тора.
Тәмле аштар бешереп,
Һыйлы табындар ҡора.

Ислам Шәрипов.


***
Әсәйем бешергән аштар
Бигерәк тәмле.
Ҡәҙерлем янда булғанда
Өйөбөҙ йәмле.

Нурдауыт Вәлитов.


***
Әсәйемә ярҙам итәм,
Өй эштәрен башҡарам.
Ҡәҙерле кешем ҡыуанһа,
Үҙем дә ҡанатланам.

Рәдиф Аҫылбаев.

***
Ғаиләлә мин иң ҙуры,
Бик күп эштәр эшләйем.
«Әлдә һин бар, улым!» – тиеп,
Эй, ҡыуана әсәйем.

Арсен Ҡарасурин,
III синыф уҡыусылары.

***
Ҡулы алтын әсәйемдең,
Һәр төрлө эште белә.
Аш бешерә, һыйыр һауа,
Барыһына өлгөрә.

Ғайсар МалиКов,
IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: