+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
16 Февраля 2023, 11:05

Ауыл бөтһә — йәшәү йәме бөтә...

Ауылдарҙың матурлығын күрәм

Ауыл бөтһә — йәшәү йәме бөтә...Ауыл бөтһә — йәшәү йәме бөтә...
Ауыл бөтһә — йәшәү йәме бөтә...

Мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөндә.
Тимәк, икмәк бешә, икмәк булһа,
Кеше туҡ та, күңел бөтөн дә.

Ауылдарҙың ырыҫ, йәшәү көсө -
Һыйырҙарҙың ап-аҡ һөтөндә.
Гөбөр-гөбөр тамған тамсыларҙан
Ҡот күперә һөттөң өҫтөндә.

Күҙгә элмәҫ йәмдән илһам алған,
Хыялый ҙа үҙем бер бәндә.
Хатта, ауыл матурлығын күрәм
Ҡар аҫтында ҡалған кәбәндә.

Ауыл йәшәй, әгәр, кер бауында
Елберләһә бәпес кейеме...
Тормош дауам итә бында, тимәк,
Алмаш быуын үҫә. Эйеме?

Ауыл бөтһә-йәшәү йәме бөтөп,
Донъя туҡтар кеүек, ниңәлер...
Беҙҙең йәнгә әсә һөтө менән
Тыуған ерҙең еҫе һеңәлер...

Йәшә генә ауыл, йәшә генә,
Төтөн, икмәк еҫен аңҡытып!
Ҡаршыла һин килгән - киткәндәрҙе
Урам уттарыңды балҡытып.



Әнисә Мәхийәнова – Ғәлина.

Картина авторы: Гөлфирә Ҡансурина-Хөсәйенова.

Ейәнсура районы,  Байыш  ауылы.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас