+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
24 Февраля 2023, 04:35

Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ

Добавить в предпочтительные источники Google
Алдығыҙҙа баш эйәбеҙАлдығыҙҙа баш эйәбеҙ
Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ

Илем тыныслығын һаҡлай

Яу ҡырында һалдаттар.

Һеҙҙең иҫән-һау ҡайтҡанды

Көтәләр тыуған яҡтар.

 

Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ,

Батырлыҡ – һеҙҙең ҡанда.

Һынауҙарға бирешмәгеҙ,

Һеҙ именлек һағында.

 

Тиҙҙән ергә күптән көткән

Яҙ килер күкрәп-шаулап.

Ҡоштар менән һеҙ ҙә бергә

Ҡайтығыҙ еңеү яулап!

Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас