+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
28 Февраль 2023, 15:00

Яңы ғына үткән бала саҡ

Кеше, ахыры, күп йәшәгән һайын

Яңы ғына үткән бала саҡ
Яңы ғына үткән бала саҡ

Бала сағын иҫләй нығыраҡ.
Өмөт ҡошон һаман саҡырғандай,
Ағастарға элгән тағараҡ.

Хәтер генә: әкиәт тыңлаған саҡ,
Ихлас көткән мәлдәр тылсымды.
Йәшеренәм, тиеп, уйнағанда,
Ҡояш нуры асҡан усымды.

Кейем таплап, күләүектәр кисеп,
Ҡанатланып хатта осҡан саҡ.
Ҡыуанғанда көлөп, имгәнгәндә илап,
Яңы ғына үткән бала саҡ.

Ҡайҙа ҡалған гелән яҡшылыҡҡа
Ышанған саф сабый күңеле?
Ихлас йөҙҙәр, эскерһеҙҙәр ҡайҙа –
Ялған, мәкер ята түгелеп.

Йүгереп туймаҫ булған кескәй сағым
Килгән кеүек ине оҙатып.
Ҡыуып етһен, тиеп, яйлаһам мин,
Ул да ҡапыл ҡалды туҡталып...

Мин үҫкәндә бергә эйәргән ул,
Булып бәхетемдең һағында.
Әйләнеп баҡһам, шат бала сағым
Моңһоу тора юлдың сатында...



Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: