+32 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
1 Марта 2023, 10:35

Бына килде март

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Бына килде март –

Бына килде мартБына килде март
Бына килде март

Ҡыш артына – шарт!
Боҙ-ҡурайыңда
Таныш көйҙө тарт!


Бына килде яҙ –
Эсе тулы наҙ!
Көн үҙәгендә
Йылыта бер аҙ.


Ҡояш йылмая,
Ҡыҫыла күҙҙәр.
Нур һибә кеүек
Һипкелле йөҙҙәр.


Бына килде март –
Иретеүе – шарт.
Ырғыр, сыҙамаҫ
Тап өҫтөнә тап!

 

Фото: А. Ғарифуллина.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас