-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
2 Март 2023, 12:55

Донъя шундай матур

Донъя шундай матур, күрә белһәң,

Донъя шундай матур
Донъя шундай матур

Аңлай белһәң, уның матурлығын.
Бигерәк тә яҡты булып тойола ул,
Теләгәндә туғандарыңдың һаулығын.

Яҡын туғаныңдан яҡын кем бар һуң,
Кем килә һуң һиңә ярҙамға?
Ауырлыҡтар баҫып тынғы бирмәй,
Эткән саҡта текә ярҙарға.

Шунда аңлайың донъя матурлығын,
Ярҙам ҡулы һуҙғанда туғаның.
Шунда күрәң һиҙҙермәйсә генә
Тормошоңдоң бушҡа уҙғанын.

Был донъяға мәңгелеккә килмәгәнбеҙ,
Риза булып йәшәр кәрәк ҡыуанып.
Туғандарың менән һау-сәләмәт булыу,
Шунда ул матурлығы донъяның.


Әсҡәт МАЛАБАЕВ.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: