+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
4 Март 2023, 17:35

Бәрәкәт булып яуһын!

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Аҡ яулыҡта бөтә өйҙәр,

Бәрәкәт булып яуһын!
Бәрәкәт булып яуһын!

Аҡ түбәтәй – түңгәктә.
Кәпәсле мөрйә иртәнән
Тәмәкеһен көйрәтә...


Ҡыш был, тимәгеҙ. Яҙ башы –
Көрткә сумдырҙы барын.
Һарандар ҙа арба-арба
Тейәп ебәрер ҡарын.


Һуҡрана ир:"Был ҡарҙарҙы
Ҡайҙа ғына итәйем?
Ҡар кәбәндәре осланды –
Инде аҙна һелтәйем..."


Бәрәкәттәр булып яуһын –
Ҡарҙар мәңгелек түгел.
Ә әлегә аҡ донъянан
Ынйылар тирә күңел...

Картина авторы:  Ейәнсура районы Байыш ауылы ҡыҙы Гөлфирә Ҡансурина-Хөсәйенова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: