-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
7 Март 2023, 14:10

Әсәйҙәр, беҙҙе көтә!

Фирүзә АБДУЛЛИНА Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,

Әсәйҙәр, беҙҙе көтә!
Әсәйҙәр, беҙҙе көтә!

Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,
Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,
Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!

Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,
Көтә тәмлекәстәр бешереп,
Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,
Төндә эсә дарыу йәшереп.

Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,
Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,
“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!” –
Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.

Эстән генә доғаларын уҡып,
Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,
Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,
Беҙ китәбеҙ шулай илатып.

Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!
Сикәһенә терәп сикәне,
“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” – тип
Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!

Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,
Йөрәгенә килер еңеллек…
Ошо йөрәк әле типкән саҡта
Ашығайыҡ өйгә иң элек!

Сығанаҡ: vk.com

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: