Сәскәле гөл кеүек һин,
Ҡәҙерлем һин, әсәйем!
Ҡояш нуры һымаҡ һин,
Йылытаһың әсәйем.
Көҙгө кеүек күҙҙәрең,
Барын күрә һәм белә.
Һинең йомшаҡ ҡулдарың,
Мине иркәләп һөйә.
Рәхмәт һиңә, әсәйем,
Һин беҙ, тиеп йәшәйһең!
Байрам менән ҡотлайым,
Ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Илсинә Булатова, XI синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.