+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
11 Марта 2023, 17:05

Яҙ

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Ҡыйыҡта тамсы йырлай,

ЯҙЯҙ
Яҙ

Ҡусҡылланған ҡар мырҙай.
Яҙҙың сәләме – ошо,
Сырҡылдайҙыр буҙ ҡошо.


Ҡарап булмай ҡояшҡа,
Көн үҙәге – емшетә.
Иртә-кисле барыбер
Туңаҙыта – өшөтә.


Яҙғы елдәр ҡамсылай
Оҙон ҡышты ҡыуалап.
Илай-көлә ер биләй
Яҙ наҙлыҡай, дыуамал...

Яҙ
Яҙ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас