+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
15 Март 2023, 09:25

Доға кеүек ҡабатлайым

Әсәкәйем, әсәйем!

Әсәкәйем, әсәйем!

Шундай яғымлы һүҙҙәр.

Һағынған саҡтарымда

Дымланып китә күҙҙәр.

 

Ике ҡыҙым – ҡошсоғом, тип

Һөйөп баға күҙҙәрең.

Әйтеп бөтөрөрлөк түгел

Һиңә рәхмәт һүҙҙәрен.

 

Әсәкәйем, әсәйем,

Мәңге йәшә донъяла!

Был һүҙҙәрҙе доға кеүек

Ҡабатлайҙыр һәр бала.

 

Ҡулдарыңдың йылыһын

Мин тоям иңдәремдә.

Ҡыҙыллыҡ килтермәҫмен

Мин һинең йөҙҙәреңә.

 

Әсәкәйем, әсәйем,

Һин – минең берҙән-берем.

Оло байрамың менән

Ҡотлайым һине бөгөн!

Илвина ҒАЗИНА, IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, интернат-лицей.

Фото: mrtl.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: