+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
18 Март 2023, 15:05

Һүҙ– Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең II синыф уҡыусыларына

Һеңлемә

Һүҙ– Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең II синыф уҡыусыларына
Һүҙ– Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең II синыф уҡыусыларына

Һеңлемә

Үҙе шаян, үҙе шуҡ

Бөрсә кеүек үҙе ут.

Орсоҡ кеүек өйрөлә,

Барыһына өлгөрә.

 

Миңә һәм апайыма –

Ул инде тере ҡурсаҡ.

Көнө буйы уйнатабыҙ

Бәпәүләп кенә һәр саҡ.


Уҡытыусым

Уҡытыусым Дилә апай

Бик яғымлы һәм алсаҡ.

Үҙ балаһын ҡарағандай,

Борсолоп тора һәр саҡ.

 

Хәреф танып, ҡәләм тотоп,

Яҡшы уҡып киләбеҙ.

Киләсәктә яҡшы кеше

Булырға һүҙ бирәбеҙ!

Афзал АЛТЫНБАЕВ.

Шуҡ ҡына

Бесәйкәйем шуҡ ҡына,

Үҙе бигерәк кес кенә.

Көнө буйы уйнайбыҙ,

Тик тормайбыҙ һис кенә.

 

Йүгерәбеҙ, һикерәбеҙ,

Тәкмәс атып китәбеҙ.

Дуҫым менән бергәләп

Көн үткәнен һиҙмәйбеҙ.

Рүзел МЫРҘАБУЛАТОВ.


Бесәйем

Мәктәптән ҡайтҡанды көтөп,

Ҡаршыма йүгереп сыға.

Тәмлекәстәр һорағандай,

Яныма килеп баҫа.

 

Үҙе шундай иркә генә,

Һыйпағанды ярата.

Матур ғына бесәйемде

Үҙем шундай яратам.

Алиса ЧУМАКОВА.


Һоробай

Әсәй бесәй алып ҡайтты,

Исем ҡуштым – Һоробай.

Уйынсыҡтарыма теймәй

Бер ҡасан да һорамай.

 

Бесәйем шаян һәм шуҡ,

Сысҡан тота шулай уҡ.

Һоробай өйҙә саҡта

Бойоғорға ваҡыт юҡ.

Әмирхан ЗӘЙНЕТДИНОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: