-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
19 Март 2023, 09:35

Яҙ һулышы

Һис йәлләмәй һибә ҡояш

Яҙ һулышы
Яҙ һулышы

Һис йәлләмәй һибә ҡояш

Ергә нурҙарын,

Яратырға һуҙған әллә

Шулай ҡулдарын!?

Наҙлап ҡына һыйпап үтеп

Тауын, ҡаяһын,

Һыпырып алып ташлаған

Аҡ таҡыяһын!

Яҡшы дирижёр ҙа икән

Ҡояш уғата:

Тамсыларҙан, ҡошсоҡтарҙан

Көйҙәр уйната.

Боҙ-ҡарҙарҙы юҡ итерҙәй

Ул ниндәй көстөр?!

Туң йөрәкте лә иретер

Яҙғы оркестр!

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Миәкә районы, Күл-Ҡуңҡаҫ ауылы.

Фото: stihi.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: