+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
21 Март 2023, 09:35

Яҙ йыры

Ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтан

Яҙ йыры
Яҙ йыры

Ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтан

Ергә тамсылар тама.

Яҙ үҙенең килеү йырын

Еремә шулай яҙа.

 

Һәр бер өҙөлөп төшкән тамсы

Һут булып ергә һеңә.

Бына ошо бер тамсынан

Башлана йәшәү ерҙә.

 

Боҙбармаҡтар арымай-талмай

Яҙа ергә йән өрөп.

Ҡарҙан әрселгән болондар

Сәскә атыр йәм биреп.

 

Яҙ һин әйҙә, яҙыҡайым,

Нағышлап йәшәү йырын.

Ер өҫтөндә тик мөхәббәт,

Тыныслыҡ алһын урын!

Сибай Ҡашҡа.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: