+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
25 Март 2023, 08:00

Бала күңеле – быяла

Бала күңеле – быяла.

Бала күңеле – быяла
Бала күңеле – быяла

Бала күңеле – быяла
Һаҡһыҙ тейһәң, ыуала.
Ыуалған яҙмыш кисерә
Был Ерҙә күпме бала.
Бала күңеле – быяла
Һаҡһыҙ теймә –ыуала!
Наҙлы ҡарашың йәлләмә,
Мохтаж уға һәр бала!
Бала күңеле – быяла,
Бәғере тиҙ ҡыйыла.
Нахаҡ менән рәнйетмәйек
Ниҙәр генә булһа ла!
Балаңа бул мәрхәмәтле!
Уның күңеле – быяла.
Бүтән йәберләүселәр ҙә
Булыр әле донъяла.
Бала күңеле –быяла
Үтәнән-үтә күрә.
Ерҙә булған һәр нәмәне
Йөрәг(е) аша үткәрә.
Бала күңеле – быяла
Хаҡһыҙ ҡаҡһаң – ыуала.
Ни сәсһәң – шуны урырһың,
Киләсәгең ул – БАЛА!

Рәмилә Иҫәнғолова.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: