+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
25 Март 2023, 12:20

Яҙ һулышы

Яңы тыуған сабый кеүек

Яҙ һулышы
Яҙ һулышы

Яҙҙың һулыш алышы:

Күңелдәргә өмөт һала

Гөрләүектәр ағышы.

 

Күрер күҙҙе ҡамаштыра

Көндөң аяҙ сафлығы.

Йәйғор төҫтәрендә балҡый

Ер-әсәнең шатлығы.

 

Иркә елдәр тәбрик итә

Ҡояштың нур инешен.

Көндән-көн нығый төҫлө

Яҙҙың йөрәк тибеше.

 

Яҙҙың гөрләп килеүенән

Бар тереклек уяна.

Ә балалар: “Каникул!” – тип

Икеләтә ҡыуана.

 

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Фото: Сәкинә Тотманова сәхифәһенән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: