+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
28 Март 2023, 07:32

«Еркәйемә яңы миҙгел килә...»

Ярһыу мәле етһә ташҡындарҙы Мөмкинме һуң быуып тоторға?!

«Еркәйемә яңы миҙгел килә...»
«Еркәйемә яңы миҙгел килә...»

Радик ХӘКИМЙӘНОВ

 

ЯҘҒЫ ТАҢДА

 

Ярһыу мәле етһә ташҡындарҙы

Мөмкинме һуң быуып тоторға?!

Еркәйемә яңы миҙгел килә

Яҙ тигән бер аҫау толпарҙа.

Йомарт ҡояш ынйыларын һибә –

Бураҙналар нурға ҡойона.

Ете диңгеҙ үтеп ҡоштар ҡайта –

Тәбиғәттең яҙғы туйына.

Офоҡ балҡый, ҡояш ергә төшә,

Елдәр тарай ағас баштарын.

Сал Уралым йәшел елән кейә.

Аҡыҡ мәллә ҡая таштары.

Бар йыһандың һабан туйы микән –

Ниндәй хозур, сихри был ваҡыт!

Миҙгел ҡошо миңә ҡағылды ла

Йөрәгемде китте ҡуҙғатып.

Уйҙарымды биләй ер яҙмышы,

Хәтер ебен бик һаҡ тағатам,

Утлы йылдар үтә күҙ алдымдан...

Ә еремдә тыныс таң ата.

Күтәрелгән ҡояшҡа мин бағам,

Киләсәгем микән сыуаҡлы?

Ә йөрәгем, ҡошҡа әүерелеп,

Төйәк итте бөҙрә ҡыуаҡты.

 

Зиннур БОҪҠОНОВ фотоһы.

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: