Әйткәндәй, "Сириус"та ошо уҡыу йылында ғына беҙҙең 68 уҡыусы булған, 8 уҡытыусы белемдәрен камиллаштырыу буйынса курс үткән.
Радий Хәбиров "Сириус"тан яңы идеялар менән ҡайтыуҙарын, был мәғариф үҙәге тәжрибәһен Өфөлә математика лицейын, шулай уҡ Евразия ғилми белем биреү үҙәге кампусын төҙөгәндә ҡулланырға мөмкинлеген билдәләне.