+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
3 Апреля 2023, 08:44

«Нимә эҙләһәм дә, үҙ ерем бит...»

Нимә эҙләһәм дә, үҙ ерем бит, Таш ҡына ла булһа тапҡаным.

«Нимә эҙләһәм дә, үҙ ерем бит...»«Нимә эҙләһәм дә, үҙ ерем бит...»
«Нимә эҙләһәм дә, үҙ ерем бит...»

Хисмәтулла ЮЛДАШЕВ

 

ҮҘ ЕРЕМ

 

Нимә эҙләһәм дә, үҙ ерем бит,

Таш ҡына ла булһа тапҡаным.

Дала ерҙә таш та тау ҡәҙәре –

Йәнем кеүек килә һаҡлағым.

 

Бәлки, был таш сатнатҡандыр бер саҡ

Ат тояғын, яуға сапҡанда.

Ошо ташҡа салғы ҡайрағандыр

Ата-бабам, бесән сапҡанда.

 

Таҫыл ҡулда таш та аҫыл, тиеп,

Биргән микән берәү улына?

Яҙылғандыр заман яҙмыштары

Өнһөҙ таштың маңлай юлына.

 

Ярсыҡ тапһам да, тим, үҙ ерем бит,

Үҙ кешеһе мин был төйәктең.

Серен һөйләй миңә өнһөҙ таш та –

Сикһеҙ ғорурлығын йөрәктең.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас