+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
3 Апреля 2023, 11:10

Һыу – һүл мәле...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Ҡорттай бүртенер япраҡтар –

Һыу – һүл мәле...Һыу – һүл мәле...
Һыу – һүл мәле...

Рәшәләгән тал-сыбыҡ.

Ел бәүелгеләй ботаҡта –
Ҡайтып килгән талсығып.


Япраҡ еленә ирәйеп,
Күгүләндәр турайыр.
Тирләп-бығып ҡар быуына
Түл ейәлер ҡара ер...


Кәре ҡайтҡан ҡыш та китер –
Селтәр шәлен ут алған.
Йәйғор төҫтәр тыуһын өсөн
Аҡ һәм ҡара буталған.


Күҙәләмә сайпылышып
Йылға-күл ташлай ярын.
Һыу-һүл мәле – илаһи саҡ –
Шашҡан миҙгеле яҙҙың.

 

Сығанаҡ һәм фото: А. Ғарифуллина.

Һыу – һүл мәле...
Һыу – һүл мәле...
Һыу – һүл мәле...
Һыу – һүл мәле...
Һыу – һүл мәле...
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас