+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
5 Апрель 2023, 06:20

Яҙ

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Таптың табы тапҡа ырғыр –

ЯҙЯҙ
Яҙ

Шундай миҙгел – яҙ инде.
Күңелдәрҙең көҫәгәне
Һөйөү менән наҙ инде.


Таптың тапҡа ырғыр мәле –
Шаңҡыған һауа бейек.
Һабантурғай сорлап һайрай
Ете ҡат күккә тейеп.


Сәсрәп киткән алтын таптай
Ҡояш ҡына – күктәрҙә.
Сыбыҡ-епкә һаҡ ипкендәр
Бөрө-мунсаҡ үткәрә.


Теҙелгән тиҫбеләр бүртер,
Кәкүк һанар күк, күк, тип.
Күкшел рәшәләй мунсаҡтар –
Күҙәүлеләр күп, күп, тип.


Ыуыҙ япраҡтар һөңгөһө
Яу асыр тирә-йүнгә.
Үргендеһен үрелдереп,
Йәшәрер хатта түңгәк!

 

Фото: З. Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас