

ҠАЙҘАН КИЛӘ БЫЛ ҠЫЛЫҠ?
Әй, көйләй улын әсәһе...
Илшат та Илшат ҡына.
Өндәшә гел яйлап, майлап,
Тын ғына, йомшаҡ ҡына.
Ә Илшат туҙа ла китә,
Ҡайҙан килә был ҡылыҡ.
Һөт килтерһәң, ҡаймаҡ һорай,
Әсәгә юҡ бер тынлыҡ.
Ҡаймаҡ ҡуйһаң, ҡатыҡ һорай,
Аш ҡуйһаң, һорай бутҡа.
Бал килтерһәң, хәлүә һорап,
Туҙына бер ҙә юҡҡа.
Ҡайҙан килә был ҡылыҡ, тип,
Атаһы ла аптырай...
Йорт һаҡлар, тип эт алдылар,
Малай хәҙер ат һорай.
Йә ҡап-ҡара күлдәгенә
Аҡ төймәләр таҡтыра;
Велосипед һатып алғас,
Тағы трактор таптыра.
Әсәһе көлһә, ул илай,
Ҡайғыра ҡалһа – ул шат.
Әйтегеҙ әле, малайҙар,
Кем булып үҫә Илшат?
Фото: pxhere.com