+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
6 Апрель 2023, 11:45

Ҡыр ҡаҙҙары

Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Риф Сәлишев көйө, Минсәрә Суфиянова башҡара.

Ҡыр ҡаҙҙарыҠыр ҡаҙҙары
Ҡыр ҡаҙҙары

Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтып килә –
Һауаларҙа ҡаҙҙар тауышы,
Был тауышта шатлыҡ, ҡыуаныстар,
Айырылып тороу һағышы.

Тере сылбыр булып ҡаҙҙар ҡайта,
Ҡаурый ҡанаттарын ҡағынып,
Оя ҡороп балалар сығарған
Тыуған еркәйҙәрен һағынып.

Ҡарап торҙом зәңгәр күкте ҡаплап
Ҡыр ҡаҙҙары осоп үткәнен,
Ҡаңғылдашып беҙгә сәләм биреп
Аккүл яҡтарына киткәнен.

Видео: Ф. Ҡотлогилдинаның "Бәйләнештә" сәхифәһенән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас