

Мөхөтдин ТАЖИ
КАЛУШ ТУРАҺЫНДА БАЛЛАДА
(Шаярыу)
– Оҙатып ҡуй, – тине ҡыҙ егеткә, –
Яңғыҙыма ҡайтыу ҡурҡыныс.
Яуап эҙләй егет. Һәм ҡыҙына
Ҡарап торҙо күҙен тултырып.
Уртаҡлашҡан булды ҡыҙҙың уйын:
– Ҡайтыр өсөн, иркәм, алыҫ шул.
Ә мин һине нисек оҙатырмын,
Бындай бысраҡ көндө калушһыҙ.
Ҡыҙ йылмайҙы һәм егеткә
Ҡыҫҡа булды уның яуабы.
– Көт һин, – тине, – тиҙҙән май тыуасаҡ,
Аяҡ аҫты шунда таҙарыр.
Май ҙа килде. Урам, баҡсаларҙа
Йәшелләнде ҡайын, муйылдар.
Егет риза хәҙер һөйгән ҡыҙын
Һәр көн һайын оҙатып ҡуйырға.
Ул көттө лә көттө. Ҡыҙ килмәне,
Ниңә килмәй? Егет белмәне.
Тик хат килде ҡыҙҙан: «Мөхәббәтте
Төпһөҙ калушыңа тиңләнең!..»