Иркә генә, йомшаҡ ҡына
Бесәйем бар янымда.
Үҙе бигерәк уңған инде,
Сысҡан тотҡан тағын да.
Эше бөткәс, тамаҡ туйғас,
Йомарланып ала ла
Рәхәтләнеп, мыр-мыр килеп,
Татлы йоҡоға тала.
Нургөл ЙОМАҒОЛОВА.Өфө ҡалаһы.