

Тыуған яҡҡа талпынышып
Сыйырсыҡтар ҙа ҡайтты.
Йылғала боҙҙар ҡуҙғалды,
Гөрләүек йырлап аҡты.
Бөрөләнә ағастар ҙа,
Бар тәбиғәт уяна.
«Яҙ етте! Яҙ етте!» – тиеп,
Балалар ҙа ҡыуана.
Ислам ҒӘЛИУЛЛИН.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.
Фото: fotokonkurs.ru