

Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Ҡайтырыңды беҙ белдек.
Атайым менән икәүләп
Шәп оя яһап элдек.
Ул да һиҙеп торған инде,
Ҡунды беҙҙең ояға.
Туйғансы һайраны үҙе,
Таң ҡалғансы бар донъя.
Иртән алып кискә тиклем
Түгә моңло йырҙарын.
Эй, яратам тыуған яҡтың
Сыйырсыҡлы яҙҙарын!
Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.