+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
23 Апрель 2023, 06:00

Рәхмәтле булайыҡ!

Бисмилла, тип иртәләрем

Рәхмәтле булайыҡ!Рәхмәтле булайыҡ!
Рәхмәтле булайыҡ!

Доға уҡып башлана.
Эй, Хоҙайым, рәхимле бул,
Ярҙамыңдан ташлама.

Юлдашым булһын һәр ваҡыт
Сәләмәтлек, сабырлыҡ.
Ҡылған барлыҡ ғәмәлдәрем,
Булһын иҫтә ҡалырлыҡ.

Тыныслыҡ бир еребеҙгә,
Һуғыштар ҡабынмаһын.
Тәбиғәт бәлә-ҡазаһы,
Эй, Хоҙайым, булмаһын.

Иман нурҙары индер,
Һәр көндө йөҙөбөҙгә.
Рәхим-шәфҡәтле булайыҡ,
Беҙ тирә-йүнебеҙгә.

Сабыйҙарын йәтим итеп,
Ташламаһын әсәйҙәр.
Бәхеттәрҙән балҡып торһон
Күңелле өләсәйҙәр.

Эй, Хоҙайым, ҡауышһындар,
Яратышып, йөрәктәр.
Ғүмерҙәре оҙон булһын,
Ҡабул булһын теләктәр.

Кеше тыуа ейәр ризыҡ,
Эсәр һыуы булғанға.

Рәхмәтле булайыҡ Хоҙайға,
Был донъяға тыуғанға.

Әнисә Ямалиева.

 

Сығанаҡ һәм фото: Күҙҙәр күрмәгән яҡтылыҡ

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас