+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
23 Апрель 2023, 08:00

Яҙғы иртә

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Яҙғы сыуаҡ иртәлер,

Яҙғы иртәЯҙғы иртә
Яҙғы иртә

Тал бөрөһө бүртәлер.
Ҡарлуғастар, сымға сиртеп,
Таныш көйөн әйтәлер.


Елбәгәйҙәр аҡ ҡына
Баш ҡалҡыта һаҡ ҡына.
Ала ҡарҙан аласаҡ бар –
Яҙғы сихри саҡ бына.


Яҙғы моңло иртәлер –
Һөт күнәккә сиртәлер.
Сыбыртҡы һауаны телде
Шартлап-көтөү китәлер...


Хәрәкәттә барыһы –
Без-без килә ҡорто ла.
Тары бөртөгөндәй көнөм
Эш-ғәмдәрҙән йотола...

Яҙғы иртә
Яҙғы иртә
Яҙғы иртә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас